Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 10:00

Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарының яңы варианты табылған!

Бөгөн Өфөнөң Үҫмерҙәр китапханаһында «Аҡмулланың яҡты юлы» тип исемләнгән әҙәби кисә уҙҙы.

Сарала күренекле мәғрифәтсенең тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә тос өлөш индергән ғалим Әхәт Сәлихов, «Инеш» нәшриәте етәксеһе Гөлнара Белозёрова ҡатнашты. Кисә шиғырҙар, йыр-моң менән үрелеп барҙы, Әхәт Ғөбәй улы Аҡмуллаға бәйле ҡыҙыҡлы тарихтарҙы һәм хәл-ваҡиғаларҙы һөйләһә, ә Гөлнара Риф ҡыҙы уның хаҡындағы китаптар һәм фәнни хеҙмәттәр хаҡында бәйән итте. Ҡатнашыусылар ихлас һорау яуҙырҙы. Мәҫәлән, Өфөнөң киң профилле һөнәри колледжы студенттары мәғрифәтсенең ижадына бәйле булған ҡыҙыҡлы факттар тураһында һорашты. 

Ғалим Әхәт Сәлихов 2013 йылда мәғрифәтсе ижадын төрлө яҡлап өйрәнеүе өсөн дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Әлеге көндә лә ул был эште дауам итә, 2019 йылда Көйөргәҙе районында Аҡмулла нәсихәттәренең яңы вариантына юлыға.

«Бында беҙ белгән ете ҡиммәт хаҡында түгел, ә 10 ҡиммәт тураһында һүҙ бара. Уны «Ғәжәйеп шиғырҙар» тип атағандар. Ул ошолайыраҡ яңғырай:

«Бәндәне тоғро юлға һалған Ҡөрьән,

Дин, шәриғәт, иманды белдергән Ҡөрьән,

Барса бәйғәмбәрҙең тарихын яҙған

Яҡшы холоҡҡа өйрәткән Ҡөрьән!

Бынан тыш, мин Санкт-Петербургтың Көнсығыш ҡулъяҙмалар институтында Аҡмулланың хаттары, ғаризалары һаҡланыуы хаҡында белә инем. Мин хаттарҙың береһен табып, тәржемә иттем, транслетирацияһын эшләнем. Руссаға ла тәжемә иттем. Бер нисә йыл үтте, мөмкинлек килеп тыуғас, тиҙҙән мин уны баҫтырасаҡмын. Унда Аҡмулланың шәхси тормошона, ғаиләһенә бәйле мәғлүмәттәр бар, мәҫәлән, ул Учалы районының Һөләймән-Ҡайын ауылындағы бер ҡатынға өйләнә, шундағы хәлдәр хаҡында яҙа. Ул шундағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн Рәсәй мосолмандарының Диниә назаратына мөрәжәғәт итә, ярҙам һорай. Мәғрифәтсенең 190 йыллығы айҡанлы ҙур саралар, ғилми конференциялар көтөлә, шунда тағы ла күберәк асыштар булыр тип ышанам».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас