Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 21:42

Мейесте оҙаҡ итеп яғыу хәүефле

Республикала йыл башынан алып 7 декабргә тиклем 10688 янғын теркәлгән, утта 246 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 14 бала. Янғындарҙың 10,4 % мейестән сығып, 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ошоно иғтибарға алып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Мейесте оҙаҡ итеп яғыу хәүефле
Мейесте оҙаҡ итеп яғыу хәүефле

1) мейес алдында тимер ятырға тейеш (50х70 см) - ул осҡондарҙан һаҡлай;

2) мейестең тишек-тошоҡтарын һылап, ағартып ҡуйығыҙ - ярыҡтар булған хәлдә, аҡ мейестә шунда уҡ күренәсәк;  

2) мейестәге утынды бензин, кәрәсин һәм башҡа яғыулыҡ-майлау материалдары менән тоҡандыра күрмәгеҙ - ут кинәт гөлтләп, тәнегеҙҙең бешеүе ихтимал;

3) мейесте яҡҡас, ҡапҡасын ябыҡ тотоғоҙ;

4) мейестән алынған көл-күмерҙе һыулап, айырым билдәләнгән хәүефһеҙ урынға түгегеҙ;

5) мейес өҫтөндә әйберҙәрҙе, утынды киптермәгеҙ;

6) мейесте көнөнә бер тапҡыр һәм оҙаҡ итеп түгел, ә 2-3 тапҡыр аҙлап яғыу дөрөҫ (сәғәт ярым тирәһе);

7) ҡул аҫтында мотлаҡ ут һүндергес булһын.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: