Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабря 2021, 11:20

Ихаталар төҙөкләндереләсәк

"Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса йорт алдарына ремонт эшләнә.

Ихаталар төҙөкләндереләсәкИхаталар төҙөкләндереләсәк
Ихаталар төҙөкләндереләсәк

 
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019 йылда башланғайны. Ул 2024 йылға тиклем дауам итә. Ошо осорҙа  республикала 2 мең ихата биләмәһе төҙөкләндерелергә тейеш. Былтыр – 380, быйыл 140 ихатаға ремонт эшләнгән. Бөгөнгө көндә программа проекттарын яҡлау дауам итә. Киләһе йыл 200 биләмәне матурайтыу күҙ уңында тотола.

Программала 21 ҡала һәм 4 район ҡатнаша.  БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаевтың белдереүенсә, халыҡтың үтенесе мотлаҡ иғтибарға алынасаҡ  менән ихаталар йәшелләндереләсәк.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас