Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 07:07

Ер участкаһы урынына — аҡса

Күп ғаиләләр ер участкаһы урынына аҡсалата ярҙам алыуҙы хуп күрә.

Ер участкаһы урынына  — аҡсаЕр участкаһы урынына  — аҡса
Ер участкаһы урынына — аҡса

 

2021 йылда 11 ай эсендә  242 күп балалы һәм   инвалид бала тәрбиләүсе ғаилә уларға  бирелергә тейешле ер участкаһы урынына 250 мең аҡсалата ярҙам алды.

Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә,  муниципалитеттар    торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында 600 таныҡлыҡ алған. 2020 йылда 200 ошондай таныҡлыҡ бүленгән булған.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бала тәрбиләүсе ғаиләләрҙең 80 процентҡа яҡыны бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам алыуға дәғүә итә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас