

2021 йылдың 18 декабренән башлап махсус учреждение биләмәһенә оҙайлы осрашыуға килгән туғандарҙы түбәндәге документтарҙың береһе булғанда ғына индерәләр:
- ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтеү тураһында сертификат (электрон вариантта йә ҡағыҙҙа баҫылғаны);
-6 ай эсендә ковид менән ауырыу тураһында белешмә;
- ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтергә ярамағанын раҫлаусы медицина белешмәһе. Шулай уҡ осрашыуға 48 сәғәткә тиклем ПЦР-ға бирелгән анализ һөҙөмтәһе.
18 йәшкә тиклемге балалар ковидҡа ПЦР-анализ һөҙөмтәһе кире булғанда ғына индерелә.
Ҡыҫҡа ваҡытлы осрашыуҙар махсус бинала һаҡланыу сараларын (битлек, бирсәткә) һәм ҡағиҙәләрен ҡулланып ойошторола. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу тәртибен боҙғанда осрашыу ваҡытынан алда туҡтатыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.