Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 07:05

Белоруссияла – беҙҙең предприятие

“ЕСМ-Станкомонтаж” компаниялар төркөмө Беларусь республикаһындағы “Витебск” ирекле иҡтисад биләмәһендә үҙенең бүлексәһен булдырырға ниәтләй.

Белоруссияла – беҙҙең предприятиеБелоруссияла – беҙҙең предприятие
Белоруссияла – беҙҙең предприятие

Башҡортостандың был дәүләткә эшлекле сәфәрендә БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән Белоруссияның сәнәғәт министры Петр Порхомчиктың осрашыуында шул турала һөйләштеләр.

Беҙҙең предприятие проектҡа биш йылда бер миллион евро аҡса һалырға әҙер. 30 эш урыны булдырыу күҙаллана. Компания Белоруссияның станоктар төҙөү предприятиеларына махсус ҡорамалдар, комплекслы хәүефһеҙлек системалары етештерәсәк.

 

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте

Белоруссияла – беҙҙең предприятие
Белоруссияла – беҙҙең предприятие
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас