Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2021, 06:25

Бөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнө

2007 йылдан алып билдәләнә. Ә һеҙ был ижади һөнәргә нисә йыл икәнен беләһегеҙме?

Бөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнөБөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнө

Был аныҡ ҡына билдәле түгел. Тәүтормош кешеләре лә рәсем төшөргән. Үҙебеҙҙең Шүлгәнташ диуарҙарындағы һүрәттәрҙе күптәр күргәндер. Нимәһе менән сәнғәт әҫәре түгел?! Көнитмештәрен бик яҡшы һүрәтләй алғандар.

Боронғо Мысырҙа рәссамдар бик хөрмәтле кеше булған. Уларҙа һүрәт эшләү оҫталығын ниндәйҙер бер мөғжизә, магия менән бәйләгәндәр.

Урта быуаттарҙа сәнғәттең икона яҙыу, фреска, мозаика төрҙәре популярлашҡан.

Яңырыу (Возрождение, Ренессанс) дәүерендә портрет жанры үҫкән.

Башҡорт рәссамдарының да ижад донъяһында үҙ урыны бар.

Һүрәттә билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың “Һабантуй” картинаһын күрәһегеҙ.

Рәссамдарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

 

Фото: vk.com

Бөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас