Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2021, 19:21

Юл фажиғәләре - 6 декабрь

Кисә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ун кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 6 декабрь
Юл фажиғәләре - 6 декабрь

Көндөҙ Шаран районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 85-се саҡрымында, Баҡалы районынан 33 йәшлек ир "Hyundai Solaris" машинаһында юлдан осҡан. Аварияла 34 йәшлек пассажир һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Водитель дауаханаға оҙатылған. Уның иҫерек булыуы билдәле (алкотестер 1.389 мг/л күрһәткән).


Тәүлек эсендә 1950-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 26 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: