

Был хәл Иглин ауылында була. Әсә кеше йәше лә тулмаған балаһын бер туғанына ҡалдырып, эш буйынса сығып китә. Тик туған кеше төп бурысын онота. Ул спиртлы эсемлек ҡуллана һәм тәмәке тартыу өсөн баланы күтәреп, тәҙрә төбөнә бара. Тик ниндәйҙер мәлдә сабый уның ҡулынан ысҡынып көрткә барып төшә. Баланы ҡотҡарырға ашыҡҡан инәй кеше юл ыңғайына йәнә хәмер эсә. Һөҙөмтәлә йоҡлап китә. Бер аҙҙан йортона ҡайтҡан әсә балаһын көрттән табып ала, ә өйҙә эсеп йоҡлап ятҡан туғанын күрә.
Сабыйҙы дауаханаға алып китәләр, әле уның хәле йүнәлеүгә табан бара. Тәфтишселәр эсеп ятҡан ҡатынға ҡарата енәйәт эше аса. Уға бер йыл иркенән мәхрүм ителеү янай.
Фото: Т. Аманов