

Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь эш хаҡын күтәреү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Рәсми интернет-порталда баҫылған документ 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Путин бтлдәләүенсә, минималь эш хаҡын күтәреү күп кенә социаль пособиеларҙың артыуына йоғонто яһаясаҡ.
2021 йылдан минималь эш хаҡы яңыса иҫәпләнә. Йәғни Рәсәйҙә халыҡтың уртаса эш хаҡынан сығып билдәләнә. Кемдеңдер эш хаҡы был күрһәткәестән юғары, ә кемдеңдер, киреһенсә, түбән.
Шулай итеп, быйыл минималь эш хаҡы ошо күрһәткестең 42 процентын тәшкил итә, йәғни 12792 һумға тиң.
Фото:Т.Аманов.