Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2021, 20:22

Көндөҙ серем итеп алыу кәрәкме?

Француз ғалимдары раҫлауынса,   кешегә тәүлегенә ике тапҡыр йоҡлау кәрәк.  Британия ғалимдары ла улар менән килешә.

Көндөҙ серем итеп алыу кәрәкме?
Көндөҙ серем итеп алыу кәрәкме?

     

 Ярты сәғәт кенә

  Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  төштән һуң 15 – 20 минут ҡына сереп итеп алыу эшкә һәләтлелекте күтәрә.    Кешенең сәләмәтлегенә, йәшенә, эшенә, шарттарға бәйле, көндөҙгө йоҡоноң төрлө оҙайлыҡта булыуы ихтимал. Иң мөһиме –  ул 30 минуттан артырға тейеш түгел.  Оҙағыраҡ йоҡлаған хәлдә  кешенең эшкә һәләте кәмей. Бынан тыш, биоритмдар боҙолоу сәбәпле,  кешенең  төндә оҙаҡ йоҡлап китә алмай интегеүе мөмкин.

Америка ғалимдары һәм табиптары билдәләүенсә,  көндөҙгө йоҡо йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.  Аҙнаһына өс тапҡыр 20 – 30 минут көндөҙ йоҡлап алған  кешеләрҙә инфаркт һәм инсульт хәүефе 40 процентҡа кәмей. Бер үк ваҡытта көндөҙгө ҡыҫҡа ваҡытлы йоҡоноң   ҡан баҫымына һәм  тотош организмға ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған.

Мейегә лә файҙаһы ҙур. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  баш мейеһе көндөҙгө  йоҡонан һуң тағы ла нығыраҡ эшләй башлай, сөнки ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы бүлектәре лә эшкә ҡушыла.  Яңы көс менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотоноу өсөн 15 минут серем итеп алыу ҙа етә. Көндөҙгө ял баш мейеһен кәрәкмәгән мәғлүмәттән таҙартыу өсөн дә  кәрәк.

Көндөҙгө йоҡо гормондар кимәлен көйләп, стрестарҙан арындыра. Кешенең һиҙгерлеге, иғтибарлылығы көсәйә.

Фото:Т.Аманов.

 



Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: