Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2021, 11:55

Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө

Календарҙың үҙенсәлекле даталары араһында шундайы ла бар икән. Шәп! Йоҡо кәрәк нәмә ул. Белһәгеҙ, йоҡоға тағы бер көн арналған. Ул – Бөтә донъя йоҡо көнө, мартта билдәләнә.

Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө
Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө

Йоҡо организмға кәрәкле процесс. Ул көс йыйырға ярҙам итә, йоҡлағанда ресурстар, йәғни энергия туплана, мейе һәм мускулдар ял итә, нервылар тыныслана. Кешегә уртаса һигеҙ сәғәт йоҡо талап ителә. Бәләкәйҙәр – оҙағыраҡ, ололар әҙерәк йоҡлай.

Нимәһе ҡыҙыҡ: оҙаҡ йоҡларға ярамай. Мәҫәлән, 10 сәғәт йоҡлауҙың бер файҙаһы ла юҡ, ти белгестәр. Уның ҡарауы, көндөҙ бер-ике сәғәткә (кемгәлер 20 минут та етә) “әүен баҙары”на китеү яҡшы.

Йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, түбәндәге саралар ярҙам итер, бәлки.

Релакс. Уның иң ябай күнегеүҙәренең береһе – һулышты көйләү. Тын алыуҙы контролләйһегеҙ икән, тимәк, һеҙ тиҙ генә тынысланасаҡһығыҙ, тәнегеҙҙе ял иттерә беләһегеҙ.

Медитация. Ул да шул релакс кеүек. Талғын ғына музыка ҡуйығыҙ ҙа, тыныслыҡта шөғөлләнегеҙ.

Үлән сәйе. Мелисса, аҡсәскә, бөтнөк, һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ, сәй раузаһы сәскәләрен 50-шәр грамм алып, ҡайнар һыуҙа бешерергә лә, йоҡо алдынан эсергә.

Массаж. Биш-ун минут та етә. Башлыса биткә һәм ҡулдарға эшләйҙәр.

Һыу процедуралары. Йылымыс ҡына һыуҙа, тыныс ҡына йыуынһағыҙ, тиҙ йоҡлап китеүгә ул да ярҙам итер.

Иҫкәрмә: халыҡ ысулдарын ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

 

Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө
Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас