Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2021, 16:57

Юл фажиғәләре - 5 декабрь

Кисә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 5 декабрьЮл фажиғәләре - 5 декабрь
Юл фажиғәләре - 5 декабрь

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ишембайҙан 41 йәшлек ир идара иткән "Peugeot 206" менән 41 йәшлек ҡатын идара иткән "Skoda Fabia" машиналары бәрелешкән. "Skoda"ның пассажиры, ҡатындың туғыҙ йәшлек улы, яраланған. "Peugeot"ның да 30 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. "Peugeot" водителе эскән булған.

Тәүлек эсендә 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 46 иҫерек водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас