

«Йыл кәсепсеһе - 2021» конкурсына барлығы 260 ғариза килгән. Сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы уҙғарыла.
Быйыл тәүгә 14 номинация еңеүселәре билдәләнгән. Еңеүселәр үҙ бизнесын үҫтереүгә сертификат алған.
"Металл менән ижади эшләү оҫтаһы", "Ҡурсаҡ һәм йомшаҡ уйынсыҡ яһау оҫтаһы", "Иң яҡшы сувенир", "Кейеҙ эше оҫтаһы", "Йәш кәсепсе" кеүек номинациялар булған.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.