Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2021, 10:10

Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?

Шул тема буйынса тикшеренеүҙәр үткәргәндәр. Башҡортостанда хәл-торош нисек икән?

Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?
Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?

“РИА-Новости” агентлығы тикшергән. Һөҙөмтәләр 2020 йыл өсөн. Насар ғәҙәтле кешеләр иң әҙ йәшәүсе төбәк – Төньяҡ Кавказ республикалары, ә иң күбе – Алыҫ Көнсығышта.

Насар ғәҙәткә нимәләр инә? Билдәле инде – тәмәке тартыу, араҡы эсеү, наркотик ҡулланыу.

Исемлек төҙөүҙә һуңғы өс йыл күрһәткестәре алынған.

Шулай итеп, насар ғәҙәттәр иң әҙ таралған төбәк – Чечня. Икенсе урында – Дағстан, өсөнсөлә – Ингушетия. Дүртенсе һәм бишенсе урындарҙа – Ҡабарҙы-Балҡар, Волгоград өлкәһе.

Беҙҙең Башҡортостан 20-се урында. 2019 йылда 29-сы урында торғанбыҙ. Күршебеҙ Татарстанды 30-сы урынға ҡуйғандар.

Насар ғәҙәтлеләр Хакасияла, Камчаткала, Сахалинда, Амур өлкәһендә, Удмуртияла, Магаданда күп.

Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?
Ҡайһы төбәктә насар ғәҙәтлеләр әҙ?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас