Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2021, 09:25

"Ҡара генерал" иҫтәлегенә

Уның исеме генә лә дошмандарҙың ҡотон алған.  Гитлер уны үҙенең шәхси дошманы, тип иғлан иткән һәм тотҡан өсөн өс миллион рейхсмарка вәғәҙәләгән.

"Ҡара генерал" иҫтәлегенә"Ҡара генерал" иҫтәлегенә
"Ҡара генерал" иҫтәлегенә

 Башҡортостандың Баҡалы районында тыуып үҫкән Даян Мурзин  республикала ғына түгел, Чехия һәм Словакия илдәрендә киң билдәле шәхес – Чехословакияның милли геройы, Чехияның һәм Словакияның 15 ҡалаһының почетлы гражданы. Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны майор Мурзиндың исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташыбыҙ Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы менән етәкселек итә һәм дошмандарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшә. Даян Мурзин Ҡыҙыл Байраҡ ( ике тапҡыр), I һәм II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ
( ике тапҡыр) ордены, I һәм II дәрәжә “Ватан һуғышы партизанына”миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән.
1999 йылда Өфө ҡала Советы Даян Мурзинға “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исемен бирҙе. Ҡала урамдарының береһе Даян Мурзин исемен йөрөтә.

Бөйөк Ватан һуғышындағы легендар разведчик, 1937-1939 йылдарҙа Кушнаренко педагогия колледжында (ул саҡта Кушнаренко педагогия училищеһы) уҡыған һәм тормошҡа юллама алған. Һуғыш башланғас, ул, бөтәһе кеүек, тыуған илен һаҡлау өсөн фронтҡа киткән.

Ошо көндәрҙә Кушнаренко районында уҡа бюст асылды. Һәйкәлдең авторы – Илдус Зарипов.

Бюст асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, бюст төҙөү инициаторы Илдар Дәүләтов, скульптор Илдус Закиров, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, бер туғанының улы Роберт Мурзин, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы, Бөтә донъя татарҙары конгресының милли советы вәкилдәре, Баҡалы районы делегацияһы, Кушнаренко районының «көмөш» ирекмәндәре ҡатнашты. Бюсты асыу хоҡуғы Рөстәм Әхмәҙинуров менән Альбина Мурзинаға бирелде. Һуңынан тантанала ҡатнашыусылар Даян Мурзин бюсына сәскәләр һалды. Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре концерт программаһы әҙерләгәйне.

  «Илдар Дәүләтов һәм Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина етәкселегендә «Атайсал» проекты һәм «Тарихи хәтер» партия проекты сиктәрендә илдә тәүге һәйкәл — Бөйөк Ватан һуғышының халыҡ геройы, «ҡара генерал» Даян Баян улы Мурзинға бюст астыҡ, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров. — Даян Мурзин — үҙенсәлекле герой. Беҙҙең Джеймс Бонд. Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән! Олпатыраҡ күренеү өсөн ул 23 йәшендә ҡара һаҡал йөрөткән, дошмандарҙың ҡотон алған: дошман тылында 600 партизандан торған отряды менән 20 күперҙе шартлатҡан, 60 эшелонды, 18 самолетты һәм 4 000 фашисты юҡ иткән! Шуға ла уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр».

Һәйкәлде асыу тантанаһында Даян Мурзинға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыя башларға хәл ителде.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас