Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2021, 15:35

32 йәшлек ирҙең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскәндәр

Уны ауыр хәлдә дауаханаға алып киләләр.

32 йәшлек ирҙең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскәндәр32 йәшлек ирҙең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскәндәр
32 йәшлек ирҙең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскәндәр

Был хәл Күмертау ҡалаһында була. Бергә йәшәп ятҡан ир менән ҡатын араһында ыҙғыш сыға. Ирен көнләшкән ҡатын уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡатынды полиция бүлегенә алып бара, ул үҙенең ғәйебен таный. Хәҙер уға "Күрәләтә кеше һаулығына зыян килтереү" статьяһына ярашлы, иркенән мәхрүм итеү янай.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас