Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2021, 21:09

«Ил һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләү – төп ниәтебеҙ»

БР Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә мөһим сарала сығыш яһаны.

«Ил һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләү – төп ниәтебеҙ»
«Ил һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләү – төп ниәтебеҙ»

Бөгөн Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XX съезы уҙҙы. Мөһим сарала егерме йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, яңы етәкселәр тәғәйенләнде, маҡсаттар билдәләнде. Унда Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны. Башлыҡ журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм һөҙөмтәләр хаҡында һөйләне.

«Беҙ ил һәм кешеләр өсөн күп эш башҡарҙыҡ. Беҙ быны дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн мөһим көн. Беҙ билдәле бер үҙгәрештәр буласағын аңлайбыҙ һәм был, һис шикһеҙ, мөһим. Беҙ партия етәкселеге менән ҡатмарлы һәм уңышлы юл үттек. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә 100 меңдән ашыу ағза бар. Федераль съезд ҡабул иткән ҡарарҙарҙың барыһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим.

— «Берҙәм Рәсәй» үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Һөҙөмтәләр яһарға ваҡыт. Партияның артабанғы үҫешен нисек күрәһегеҙ? — тигән һорауға Радий Хәбиров былай яуап бирҙе. 

— Егерме йыл — шаҡтай етди һәм ҡайһы бер мәғәнәлә драматик үҙгәрештәр, илдең көслө үҫеше осоро. Нәҡ бына беҙҙең партия — Рәсәйҙең сәйәси каркасын тотоп торған, ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто тәьмин итеүсе көс. Һәм иң мөһиме — беҙҙең лидерыбыҙ, Президент Владимир Путин уның башланғыстарын хупланы. Моғайын, был — беҙҙең алда торған төп бурыстарҙың береһелер. Беҙ ҡатмарлы юл үттек, күп сәйәси бәрелештәр кисерҙек. Иңебеҙгә ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул иттек, улар, әлбиттә, кеше тормошонда сағылды, күп осраҡта яҡшы яҡтан, улар үҙ фекерҙәрен әйтте, ҡәнәғәтһеҙлек тә белдерҙе. Беҙ барыһын да илебеҙ һәм кешеләр мәнфәғәтенә эшләнек. Хәҙер илдә коронавирусҡа ҡаршы көрәш дауам итә, был йәһәттән партия мохтаж кешеләргә ярҙам итеү өсөн бик күп сара булдырҙы. Артабан ошо йүнәлештә эште дауам итеү мөһим.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: