Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 17:19

Йәштәргә, инвалидтарға дәүләттән ярҙам күрһәтелә

Халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн яҡлау саралары сиктәрендә атҡарылған программаға ярашлы, быйыл республиканың Мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында уҡыу йорттарын тамамлаған 380 кеше стажировка үтә алған (былтыр 443 йәш кешегә һәм 309 инвалидҡа ярҙам күрһәтелеп, яңы 127 эш урыны асылғайны). Республика бюджетынан ошо йәһәттән 22 миллион һум күләмендәге аҡса бүленгән. 

Йәштәргә, инвалидтарға дәүләттән ярҙам күрһәтелә
Йәштәргә, инвалидтарға дәүләттән ярҙам күрһәтелә

Стажировка алты ай дауам итә. Дәүләт эш биреүселәргә стажерҙарға эш хаҡын түләү сығымдарын ҡапларға ярҙам итә.  

Стажировкала ҡатнашырға теләүсе сығарылыш студенттары һәм инвалидтар яраҡлы эш эҙләү маҡсатында Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53926

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: