Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 15:58

Тағы ла 17 шахтерҙы табаһы бар

Бөгөн Кузбаста тағы 12 тау эшсеһенең үле кәүҙәһен емерек шахтанан сығарғандар.

Тағы ла 17 шахтерҙы табаһы бар
Тағы ла 17 шахтерҙы табаһы бар

Кисә ҡотҡарыусылар газ хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә өлгәшкән һәм эҙләү эштәрен тергеҙгән. Бөгөнгә тиклем 12 кешенең кәүҙәһе өҫкә сығарылған, тағы ла 17 шахтер ер аҫтында. 

Бынан алда ил Президенты Владимир Путин РФ Тәфтиш комитетының докладына нигеҙләнеп, шахта етәкселеге һауаның саманан тыш метан менән бысраныуын йәшергән һәм датчик күрһәткестәрен фальсификациялаған, тип белдергәйне. 
 
Мәғлүм булыуынса, «Листвяжная» шахтаһы күмер етештереү буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы өс предприятиеһы иҫәбенә инә. 
 
Кузбаста ҡот осҡос фажиғә! (ye102.ru)
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: