Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 19:05

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

14 кеше муттарҙы өс миллион һумға байытҡан. Йәғни, һигеҙ кеше ялған "банк хеҙмәткәрҙәре"нән алданған, биш кеше ялған "һатыусылар" ҡармағына эләккән, бер кеше брокер компанияһында аҡса эшләргә маташҡан...

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

Благовещен ҡалаһында йәшәгән 24 йәшлек ҡыҙға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, муттарҙың уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр иткән. Ҡыҙҙың ышанысын яулаған аферист уны 200 мең һум кредит алырға күндереп, аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерттергән.

Өфөлә йәшәгән йәш егет менән ҡыҙ бер үк муттың тоҙағына эләккән: "Авито" сайты аша аҡыллы колонка һатҡан "һатыусы"ның иҫәбенә алдан аҡса күсереп алданғандар (ҡыҙ 24 мең һум аҡса күсерһә, егет - 9,5 мең һум).

55 йәшлек ир ҡаргиҙәр өсөн экипировканы һатыуы хаҡында иғлан ҡуйыу менән уға һатып алыусы шылтыратҡан. Карта мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтһәгеҙ, аванс күсерәм, тигәнде ишеткәс, ир мәғлүмәттәрҙе әйтеп биргән. Шул уҡ мәлдә иҫәбендәге 38 мең һум аҡсанан елдәр иҫкән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: