Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 14:01

Мәктәптәрҙә ни хәлдәр бар?

Бөгөн иртә менән Өфөнөң бер мәктәбенә ҡотҡарыусылар, медиктар, полиция килгән...

Мәктәптәрҙә ни хәлдәр бар?
Мәктәптәрҙә ни хәлдәр бар?

Һупайлы биҫтәһендәге 127-се мәктәптә кемдер зарарлы матдәле аэрозоль һиптергән. “Перцовый баллончик”тан ике ҡыҙ зыян күреп, дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итәләр баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан (УГЗ). Тағы бер нисә балаға ярҙам күрһәтелгән.

Әле мәктәпте елләткәндәр. Уҡыу процесы өҙөлмәгән. Был ваҡиғаны хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә.

 

Фото: УГЗ.

Мәктәптәрҙә ни хәлдәр бар?
Мәктәптәрҙә ни хәлдәр бар?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: