Сәбәбе һәм маҡсаттары аңлашыла: бөгөн тормошобоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, матбуғат баҫмалары ла был майҙансыҡта әүҙем һәм заманса эшләргә бурыслы. Был маҡсатта журналистарҙы ике аҙна дауамында мультимедиа алымдарын дөрөҫ файҙаланырға, интернетҡа мәғлүмәттәр яҙырға өйрәттеләр. “Журналист һәм медиабаҙар” федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, SMM белгестәре Михаил Пономаренко, Ренат Йәнбәковтарҙың дәрестәре күптәрҙең күңеленә ятты.
Бөгөн негатив эстәлекле мәғлүмәттәр, төрлө фажиғә хаҡында яҙып, иғтибар йәлеп итеү ауыр түгел, әммә кешегә нур өләшеп, уны яҡшылыҡҡа әйҙәү, изгелекле булырға өйрәтеү, ҡыҫҡаса әйткәндә, халыҡты тәрбиәләү һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел. Был – белгестәр фекере. Беҙ ошо йүнәлештә күберәк эшләргә тейешбеҙ, тип белдерҙеләр. Заманса контентты ла онотмау мөһим. Тимәк, «Йәшлек» гәзитен башҡа социаль селтәрҙә, мәҫәлән, «Тик-ток»та күрһәгеҙ, аптырап ҡалмағыҙ, яҙылығыҙ. Беҙҙең менән бергә булығыҙ!