

Ул баш ҡаланың Дим районында урынлашасаҡ. Бынан тыш, Республика инфекция дауаханаһының икенсе сираты, Затон биҫтәһендә һуғыш ветерандары госпитален төҙөү күҙаллана. Был хаҡта онлайн-брифинг ваҡытында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Быйыл иһә 12 медицина учреждениеһын файҙаланыуға тапшырыу көтөлә, шул иҫәптән ике ауыл амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушер пунктын.
2022 йылда Өфө ҡалаһы 9-сы ҡала дауаханаһының поликлиникаһы, Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы һәм 44 модулле ФАП сафҡа индереләсәк. Бынан тыш, Сибай һәм Туймазы ҡалаларында инфекция үҙәктәре төҙөләсәк.
2023 йылға алты һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Улар – Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһы, Оло Ыҡтамаҡта дауахана, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының поликлиникаһы һәм Учалы ҡалаһында хирургия корпусы. Шулай уҡ Кардиология үҙәген реконструкциялау тамамланасаҡ.