Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 17:37

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты йәштәрҙе һөйләшеүҙәр алып барыу серҙәренә өйрәтте

"Идара итеү сәнғәтен танып бел" проекты етәксеһе, "Идаралыҡтар ярыштары" призеры Азат Айытбаев алып барған оҫталыҡ дәрестәрендә йәш эшҡыуарҙар, үҙенең эшен асырға ниәтләгән йәштәр, социаль проекттарҙың авторҙары ҡатнашҡан. 

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты йәштәрҙе һөйләшеүҙәр алып барыу серҙәренә өйрәтте
БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты йәштәрҙе һөйләшеүҙәр алып барыу серҙәренә өйрәтте

Оҫталыҡ дәрестәре барышында йәштәр «Идаралыҡтар ярыштары» ҡағиҙәләре, һөйләшеүҙәр алып барыу нигеҙҙәре менән танышып, төрлө хәлдәрҙе "сәхнәләштереп" ҡараған.

Хәҙерге заманда һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы эшҡыуарҙарға, етәкселәргә генә түгел, һәр кемгә лә кәрәкле белем.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: