Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 12:08

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

1976 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының (ООН) Генераль ассамблеяһы 1981 йылды – Инвалидтар йылы, ә 1983 – 1992 йылдарҙы Инвалидтарҙың ун йыллығы тип иғлан иткән. Ошо ун йыллыҡ программаһы тамамланыуға махсус дата ла раҫланған.

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Нимәһе иғтибарға лайыҡ: ун йыллыҡ үткәндән һуң, статистика буйынса донъяла физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошо яҡшыра төшкән (һанаулы илдәрҙәлер инде), халыҡ та улар тураһында күберәк белә башлаған.

Һандар һәм факттар

Бөйөк Ватан һуғышында йәрәхәтләнеп, инвалид булып ҡалған бәғзе бер яугирҙар фронтта ҡалған. Тарихта шундай өс – тома һуҡыр, бер – ике ҡулһыҙ, алты – ике аяҡһыҙ, өс бөтөнләй ҡыбырлай алмаған һалдат тураһында мәғлүмәт бар. Улар шул көйө лә Еңеүгә тос өлөш индергән.

Рәсәй статистикаһына ярашлы, 2015 йылда беҙҙең илдә 12,93 миллион инвалид йәшәгән. Шуларҙың 1,36 миллионы – беренсе, 6,47 миллионы – икенсе, 4,49 миллионы өсөнсө төркөмгә ҡараған. Инвалид балалар һаны 610 мең булған.

2020 йылда иһә дөйөм инвалидтар һаны 11 875 500 кеше иҫәпләнгән, шул иҫәптән 688 меңе – балалар. Һандарҙағы үҙгәреште күрҙегеҙме?

Фото: vk.com

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: