Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 17:20

Арзан һәм файҙалы ризыҡтар

Ҡыҫҡа ғына исемлек. Уларҙы алыу өсөн күп аҡса кәрәкмәй. Үҙең үҫтерһәң, тағы ла шәп.

Арзан һәм файҙалы ризыҡтар
Арзан һәм файҙалы ризыҡтар

Ҡара һәм йәшел торма (редька)

Иммунитетты күтәрә, аш һеңдереүҙе яҡшырта, матдәләр алмашыныуын көйләй.

Былай ғына ашап булмаһа, салат яһарға мөмкин.

Ҡырылған кишер + ваҡ туралған торма + алма + кәбеҫтә + зәйтүн майы. Бик файҙалы.

 

Ҡабаҡ

Тимергә, бета-каротинға, С витаминына, К һәм Т кеүек һирәк витаминдарға бай.

 

Имбир

Был тамыр – күп сиргә дауа. Уны бал һәм лимон менән бутап ашарға кәрәк. Сәйгә десерт кеүек ҡулланырға була.

 

Куркума

Ямаш шешкә, ялҡынһыныуға ҡаршы тора. Ашҡаҙан эшен яҡшырта. Тағы әллә күпме файҙаһы бар.

Арзан һәм файҙалы ризыҡтар
Арзан һәм файҙалы ризыҡтар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: