Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2021, 22:55

Ғаилә эшҡыуарҙары өсөн

 Республикала  Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды.  

Ғаилә эшҡыуарҙары өсөн
Ғаилә эшҡыуарҙары өсөн

Баш  ҡаланың “Торатау” конгресс-холында барған Ғаилә эшҡыуарлығы форумы үтә. Унда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 200-ҙән ашыу уңышлы эшләгән ғаилә компаниялары ҡатнаша. Был мәртәбәле сарала республиканың Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды.

“Үҙәкте асыу – Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға. Тәүге сиратта – сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһы өсөн. Беҙ уның ғаилә компаниялары өсөн ылыҡтырғыс көс булыуын теләр инек”, – тине Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин.

Ғаилә эшҡыуарҙары йәки эшҡыуар булырға теләгәндәр үҙәккә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: