Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2021, 08:26

Юл фажиғәләре - 1 декабрь

Кисә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше яраланған. 

Юл фажиғәләре - 1 декабрьЮл фажиғәләре - 1 декабрь
Юл фажиғәләре - 1 декабрь

Иртән Иглин районында Ауырғазы районынан 44 йәшлек ир идара иткән «МАЗ» фураһы менән Туймазы районынан 43 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2109" машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе үлемесле яраларҙан шунда уҡ һәләк булған. 

Тәүлек эсендә 1950-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 31 иҫерек водитель тотолған.

Башҡортостанда 11 ай эсендә иҫерек водителдәр арҡаһында 61 кешенең ғүмере өҙөлгән, 400-гә яҡын кеше ғәрипләнгән. Эскән килеш руль артына ултырыр алдынан ошо кешеләр, уларҙың яҡындары тураһында уйлаһалар ине...

Фото: БР ЮХХДИ. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас