

"Табиптарға рәхмәт" акцияһы сиктәрендә Рөстәм Әхмәҙинуров поликлиниканың медицина хеҙмәткәрҙәренә тонометрҙар, шәхси һаҡланыу саралары һәм татлы бүләктәр тапшырҙы.
"Ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле табиптар, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров. – Пандемия шарттарында тап һеҙҙең иңдәрегеҙгә ҙур яуаплылыҡ ята. Һеҙҙең физик йәһәттән дә, әхлаҡи яҡтан да арыуығыҙҙы бик яҡшы аңлайбыҙ".
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһының 1-се поликлиникаһы вакциналаусы граждандар иҫәбе буйынса республикала беренсе урын яуланы. 2020 йылдың декабренән башлап бында 45 меңдән ашыу кешегә прививка эшләнгән.