Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2021, 08:54

Әсә көнөнә ҡыҙынан "бүләк"

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында йәшәгән ҡатын йәй буйына өйрәк-ҡаҙҙар аҫрап, уларҙы көҙөн һуйып, эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа туңдырғысҡа һалып ҡуйған. Әммә хәләл өйрәк, ҡаҙ итен кинәнеп ашарға яҙмаған уға - Салауат ҡалаһында йәшәгән 23 йәшлек ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән... 

Әсә көнөнә ҡыҙынан "бүләк"Әсә көнөнә ҡыҙынан "бүләк"
Әсә көнөнә ҡыҙынан "бүләк"

Алдан хөкөм ителгән йәш ҡатын туңдырғыстағы ҡош итен күреп, шуны һатып аҡса эшләргә ниәтләгән. Әсәһенең өйҙә булмауынан файҙаланып, ул такси саҡыртҡан да, 18 өйрәк менән ике ҡаҙ түшкәһен тейәп алған. Таксистҡа ул юл хаҡы урынына ике өйрәк түшкәһен биргән. Салауатҡа килеп еткәс, итте осраҡлы кешеләргә һатҡан.

Әсә кеше өйөнә ҡайтҡас, ҡаҙ-өйрәк түшкәләрен бурҙар урлаған, тип хафаланып, полицияға мөрәжәғәт иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы тотҡан, әлбиттә. Ҡыҙ үҙенең ғәйебен танған, хатта бер өйрәк түшкәһен әсәһенә кире ҡайтарған...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас