Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2021, 09:47

Республикала көрәш бара...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә рөхсәтһеҙ алкоголь һатыу урындарын асыҡларға һәм енәйәт эше ҡуҙғатып, кисекмәҫтән юҡ итеү сараһын күрергә ҡушты.

Республикала көрәш бара...Республикала көрәш бара...
Республикала көрәш бара...

Тиҙҙән рейдтар ойоштороласаҡ.

– Кешенең ғүмерен һәм һаулығын һаҡларға кәрәк. Был айырыуса Яңы йыл каникулдарында мөһим. Контролдә тотоғоҙ, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы БР сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев билдәләүенсә, суррогат араҡы эсеп ағыуланыусылар тураһында йыш ишетеп торабыҙ. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә 63 кеше ағыуланып үлгән, Свердловск өлкәһендә – 25. Татарстанда 13 кеше, шуларҙың 11 беҙҙең республиканан, ныҡ ағыуланып, дауаханаға эләккән, берәүһе, ҡыҙ кеше, үлгән.

Быйыл ғына законһыҙ әйләнештән 15 мең литр алкоголь алынған, штраф күләме туғыҙ миллион һум тәшкил итә.

Республикала көрәш бара...
Республикала көрәш бара...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас