Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2021, 22:44

Эшҡыуарға яҡындарын юғалтыу менән янайҙар

Өфөлә эшҡыуарға иҫән-һау балаларының һәм ҡатынының үлем фотоларын ебәрәләр.

Эшҡыуарға яҡындарын юғалтыу менән янайҙар
Эшҡыуарға яҡындарын юғалтыу менән янайҙар

Ир был хаҡта полицияға ла мөрәжәғәт итә. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары эште тикшерергә ашыҡмай. Ә билдәһеҙҙәр янауҙы дауам итә. Был хаҡта БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау вәкиле Флүр Асадуллин хәбәр итә.
- Хәл 90-сы йылдарҙа төшөрөлгән фильмды хәтерләтһә лә, ул әлеге мәлдә, Өфөлә булыуын күҙ уңында тотоу кәрәк, - ти ул.
Флүр Асадуллин эшҡыуарҙы әлеге ҡурҡыныс янауҙан ҡотҡарыу өсөн прокуратура һәм эске эштәр министрлығына хат ебәрәсәген белдерҙе.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: