

Боронғо Римдә Фортуна уңыш килтереүсе алиһә булған. Уны эсе алтын менән тулы мөгөҙ тотҡан, тәгәрмәскә йә шарға (тормоштоң үҙгәреп тороуын символлаштыра) таянған килеш, ҡупшы, сибәр ҡатын итеп һүрәтләгәндәр.
Әммә тәүҙә Фортуна ер эшкәртеүселәргә уңыш килтереүсе булараҡ танылыу яулай. Ураҡ ваҡытында уның хөрмәтенә доға ҡылғандар икән.
Шулай уҡ йәш әсәләр, бала тыуҙырырға йыйынған ҡатындар ҙа унан ярҙам өмөт иткән.
Беҙ, әлбиттә, бер Аллаһҡа һыйынабыҙ. Фортуна беҙҙеке түгел)))
Фото: vk.com