

Төндә Саҡмағош ауылында 47 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында юлдан осҡан. Водитель ауыр яраланған.
Тәүлек эсендә 1950-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 23 иҫерек водитель тотолған.
Бөгөн Иглин районында «МАЗ» менән "ВАЗ-2109" машинаһы бәрелешкән. "ВАЗ"дың водителе һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
БР ЮХХДИ юлда, айырыуса төнөн, бик иғтибарлы булырға саҡыра: быйыл республикала хайуандар ҡатнашлығында 21 автоавария теркәлеп, һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 22 кеше яраланған. 14 осраҡта йорт хайуандары юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған. Эңерҙә, төндә юғары тиҙлектә ҡыуыу үтә хәүефле. "Ҡырағай хайуандар" билдәһе булған ерҙә һәр саҡ тиҙлекте кәметеүең шарт! Имен юлдарҙа йөрөгөҙ, водителдәр!
Фото: БР ЮХХДИ.