

Һүҙ Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында. Беҙ уны 2024 йылда ҙурҙан ҡубып ойошторасаҡбыҙ. Ил кимәлендә. Владимир Путиндың махсус указы ла бар.
Матур сараны уҙғарыу өсөн (етди әҙерлек талап ителә) федераль ҡаҙнанан 89,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Шәхси бизнес 66,7 миллиард һум өлөш индерә. Республика 44,3 миллиард һум һалырға йыйына. Ҡала үҙе 15,1 миллиард һумын әҙерләй. Әлегә пландар шундай.
Аҡсаның иң күп өлөшөн, 115 миллиард һумды, капиталь төҙөлөшкә тотонмаҡсылар. Ҙур төҙөлөштәр башлана.
Төҙөкләндереү, транспортты үҫтереү, экология, ЖКХ тармағына – 92 миллиард һум. Һанай китһәң, эш күп.
Тағы шуныһы: байрам программаһы ғына ла 300 миллион һумға төшәсәк. Йәғни, был әҙерлек түгел, ә тап 450 йыллыҡты байрам итеү. Быға ил етәкселеген, ҡунаҡ делегацияларҙы ҡаршы алыу, реклама кампанияһы, брендбук һәм сувенирҙар эшләү, энциклопедия сығарыу һәм фильм төшөрөү инә.
Фото: Юлай Кәримов.