Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2021, 20:50

Һөйөнсө! Яңы баҫма донъя күрҙе

Татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың башҡорт телендә сыҡҡан "Гипнозсы малай" тигән китабы мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәғәйенләнгән.  

Һөйөнсө! Яңы баҫма донъя күрҙеҺөйөнсө! Яңы баҫма донъя күрҙе
Һөйөнсө! Яңы баҫма донъя күрҙе

Китапты башҡорт теленә яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов тәржемә иткән, рәссам Альбина Таҡалова биҙәгән. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн мауыҡтырғыс хикәйәләр тупланған.

- Рөстәм Ғәлиуллиндың әҫәрҙәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Икенсенән, әҙәбиәт һәр саҡ беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ күпере булды. Рөстәм Ғосман улы әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур көс һалған талантлы яҙыусыларҙың береһе, - тип билдәләне тәржемә авторы Айгиз Баймөхәмәтов.

Рөстәм Ғосман улы Ғәлиуллин (1987) - билдәле татар прозаигы, Муса Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, "Казан утлары" журналының баш мөхәррире.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас