

30 ноябргә ҡарата үткән тәүлектә “Инцидент-менеджмент” системаһы ошондай төп темаларҙы теркәне - мәғариф (233 хәбәр), төҙөкләндереү (161), юлдар (116), халыҡты социаль яҡлау (112), һаулыҡ һаҡлау (93). Был турала "Сәләм"дә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов һөйләне.
2021 йылдың апрелендә 3-7 йәшлек балаларға пособие түләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Шуға ла был тема күп кешене ҡыҙыҡһындырҙы. Пособие ниндәй ғаиләләргә бирелә, аҡса күләме нисек һанала - һорауҙар күп булды. Был темаға Республика менән идара итеү үҙәге БР Ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән чат-бот эшләне. Унда иң йыш килгән һорауҙарға яуап бирелә. Ошонда уҡ һәр теләгән кеше үҙенең исем-шәрифен яҙып, был пособие уға биреләме-юҡмы икәнен белә ала.
Чат-ботҡа һылтанма https://t.me/posobie3_7_02_bot