

Календарҙа йорт хайуандары көнөн булдырыу башланғысында, әлбиттә, экологтар һәм тәбиғәтте һаҡлаусылар ойошмаһы вәкилдәре тора. 1931 йылда шул мәсьәлә тәүгә Флоренцияла күтәрелә. Күп ойошмалар һәм берлектәр шунда уҡ хуплай. Йорт хайуандарына иғтибар йүнәлтеү темаһы бөтә донъяға тарала.
Был көндә ҡайһы бер сит илдәрҙә эт, бесәйҙәргә арналған күргәҙмәләр эшләй, приюттар, дауаханалар төҙөү буйынса аҡса йыйыла.
“Колокольчик” акцияһы ла күп илдә үтә. Ул шунан ғибәрәт: балалар зоопарктарҙа йыйылып, ҡыңғырау шылтырата. Йәнәһе, урамда ҡарауһыҙ хайуандарҙы һаҡлауға иғтибар йәлеп итәләр. Был ябыҡ торған йәнлектәргә оҡшаймылыр-юҡмылыр...
Әйткәндәй, ауыл халҡы эттән, бесәйҙән тыш, һарайында мал да аҫрай. Күбеһенсә, малын бала кеүек күрә, һөйләшә, кәрәкһә, кешене әрләгән һымаҡ, әрләп тә ала.
Эт менән бесәйгә бәйле ҡыҙыҡлы факттар
Бесәй үҙ ғүмеренең 70 процентын йоҡлап үткәрә.
Эттәр хужаһының иғтибарын йәлеп итеү өсөн хатта сирле булып ҡыланалар, имеш.
Бесәйҙең мейеһе 90 процентҡа кешенекенә оҡшаған.
Эттәр – ҡыҙғансыҡ. Улар хужаһы башҡа йәнлекте яратһа, бик көнләшә, ти.
Бесәй ҡолаҡтарын 180 градусҡа бора белә.
Эт ваҡытты һиҙемләй.
Фото: Юлай Кәримов.