

9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы указы буйынса билдәләнгән Башҡорт теле көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 18 — 35 йәшлек әүҙем башҡорт йәштәре араһында туған телдә «Йомробаш» интеллектуаль уйынын ойоштора. Сараның маҡсаты — башҡорт халҡының милли, мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә ватансыллыҡ тойғоларын тәрбиәләү.
Уйында баш ҡаланың ете районы командалары ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр башҡорт ҡоролтайынан.
Сара «Радость есть» кафеһында үтәсәк. Адресы — Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 94. Барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәләсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 965 9278877.
Фото: vk.com