Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2021, 09:13

"Әсәй йылмайған саҡта" конкурсында кем еңде?

Сайтта уҡып белегеҙ

"Әсәй йылмайған саҡта" конкурсында кем еңде?"Әсәй йылмайған саҡта" конкурсында кем еңде?
"Әсәй йылмайған саҡта" конкурсында кем еңде?

11 ноябрҙә беҙ гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә "Әсәй йылмайған саҡта" конкурсын ойоштороу тураһында хәбәр иткәйнек. Шарты буйынса теләүселәр (улар 30 кеше ине) үҙҙҙәренең донъялағы иң ҡәҙерле кешеләренең фотоһүрәттәрен махсус альбомға тупланы һәм улар тураһында яҙып үтте. 16 ноябрҙән махсус ҡушымта аша тауыш биреү ойошторҙоҡ һәм уны 29 ноябрь иртәһендә тамамланыҡ.

Әйтергә кәрәк, бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Тәүҙә бер ҡатнашыусы алға сыҡты, аҙаҡ уны башҡалар артта ҡалдырҙы, уларын да уҙып китеүселәр табылды. Әсәйҙәрен алға сығарыу өсөн ауыл, класташ, туғандар, урамдарҙың “ватс ап”тағы “беседала”ры эшкә егелде, сәхифәләрҙә тауыш биреү өсөн яҙмалар ҡуйылды, сториздар һалынды.

Тиңһеҙ алыш һөҙөмтәһендә беренсе урынды 821 тауыш менән (21%) Гөлсирә Кинзилбаева алды. Уның тураһында ҡыҙы Зилә Хисмәтуллина түбәндәгене яҙып үткән ине: “Ҡәҙерле әсәйебеҙ, Гөлсирә Сәлих ҡыҙы Кинзилбаева, Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәй, уға 87 йәш тула. Тирә-яҡҡа ул үҙенең оҫталығы менән дан алған. Бөгөн дә ҡорама ҡорай, теген тегә - теген машинаһы ла үҙе менән тиң ҡартайып килә. Беҙгә 7 балаһына ғүмер биреп, 17 ейән - ейәнсәрҙәренә һәм 22 бүлә - бүләсәрҙәренә бәхетле өләсәй ул. Атайыбыҙ, Иштимер Айса улы менән бәхетле ҡартлыҡта киләсәктә лә матур йәшәргә яҙһын!”

Гөлсирә инәйҙән өс кенә тауыш түбәндә Зөһрә Ишкинина булды. Уны 818 кеше (21%) һайланы.   

“Һөйөклө, ҡәҙерле әсәйебеҙ Зөһрә Заһит ҡыҙы Ишкинина Ейәнсура ерендә тыуып үҫеп, беҙгә ике ҡыҙы, ике улына, дүрт ейән ейәнсәренә бәхетле тормош бүләк итеп, бар башланғысыбыҙҙа терәк булып, ғүмер юлыбыҙҙы яҡты йондоҙ булып яҡтыртып тора. Сабырлыҡ, уңғанлыҡ, йомарлыҡ, тәүәкәллек, тырышлыҡ, сибәрлек, гүзәллек кеуек идеал ҡатын ҡыҙға ғына хас булған сифаттарға эйә әсәйебеҙ күптәр өсөн өлгө”, - тип фотоһын тасуирлағандар ине.   

Бер-береһенә алдынғылыҡты бирмәйенсә “алышҡан” был ике апайҙы дәртләндереү маҡсатында һәм ихтирам йөҙөнән беҙ беренсе урынды икеһенә лә бирергә ҡарар ҡылдыҡ.

Икенсе урынға Мәрйәмә Ғәйетбаева лайыҡ булды (548 тауыш, 21%). “Минең ҡәҙерле әсәйем - Мәрйәмә Хәлфетдин ҡыҙы Ғәйетбаева 84-се йәше менән барһа ла ҡул эштәренән айырылмай”, - тип яҙған Рәхимә Ғәйетбаева.

Өсөнсө урынды бөрйәндәр алды. Ул – 18-се һан аҫтында сығыш яһаған Зөлфиә Йәғәфәрова ине (429 тауыш, 11%). Ҡыҙы Гөлиә “Минең әсәйем, Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе һәм ун балаға ғүмер биреүсе Зөлфиә Самат ҡыҙы Йәғәфәрова. Ул иң яҡшы, матур һәм иң сабыр кеше”, - тип яҙып, һүрәтен ебәргән ине.

Тәүге өс урынды алыусыға "Йәшлек" гәзитенән иҫтәлекле бүләктәр көтә, бәйге тураһында тураһында гәзиттә һүрәтләмә сығасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас