

Район хакимиәте сайтында яҙыуҙарынса, “Онотолор тимә...” экспозицияһында йырсының фотоларын, сәхнә кейемдәрен, иҫтәлекле бүләктәрҙе, концерт афишаларын, шәжәрә ағасын һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы күрергә мөмкин.
Музейҙы асыу тантанаһында Хәниә Фәхрислам ҡыҙының әсәһе Фәниә апай, ире Ғәбделхай, ҡыҙҙары Әлиә менән Алһыу, туғандары, ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашҡан.
Хәниә Фәрхи музейы Үрге Тәтешлеләге Ленин урамы, 86-сы йортта урынлашҡан.
Әйткәндәй, музей “Мәҙәниәт” милли проектының ”Мәҙәни мөхит” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы булдырылған.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте сайтынан.