Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2021, 07:35

Янғында кеше ғүмере өҙөлдө

Бөгөн төндә Шишмә районының Богомоловка ауылында сыҡҡан янғында бер ир янып һәләк була.

Янғында кеше ғүмере өҙөлдөЯнғында кеше ғүмере өҙөлдө
Янғында кеше ғүмере өҙөлдө

Янғын һүндереүселәргә ошо ауылда йәшәүселәр шылтыратып бүрәнә йортта ут сығыуын әйтә. Фажиғә урынына килгән ҡотҡарыусылар бинаның төпкө бүлмәһендә ирҙең мәйетен таба, ә уның 48 йәшлек дуҫы 100 процент тән һәм тын юлдары бешеү йәрәхәте менән дауаханаға оҙатыла. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас