

Алкотестер ҡатындың өрөп сығарған һауаһында 0,384 миллиграмм этил спирты булыуын күрһәтә. Ҡатын приборҙың күрһәткесе менән ризалашмай, медучреждениеға тикшерелергә бара, ә унда прибор күрһәткесе 0,410 мг/л була. ЮХХДИ базаһы буйынса тикшергәс, ҡатындың былтыр уҡ водитель танытмаһынан мәхрүм ителгәне асыҡлана - эсеп машина йөрөткәндә тотолған. Ул водитель танытмаһын тапшырмаған, 30 мең һум күләмендәге административ штрафты түләмәгән. Хәҙер уның автомобиле махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылған, ҡатындың эшен мировой судта ҡараясаҡтар.
Шул уҡ көндө Стәрлетамаҡ районының Рязановка ауылында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Стәрлетамаҡтан 41 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2109" машинаһын туҡтата. Водителдән араҡы еҫе аңҡып торғас, уны тикшерәләр. Алкотестер 1,203 миллиграмм алкоголде күрһәтә. Был водитель иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн ошоға тиклем дә бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған (2013 йылдан алып биш тапҡыр). Был водитель буйынса ла материалдар судҡа ебәрелгән, ә автомобиле "штрафстоянкаға" ҡуйылған.
Фото: БР ЮХХДИ.