Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2021, 10:24

Урам ризыҡтары фестивале үтәсәк

Бында, моғайын, урамда йөрөгән саҡта ҡапҡылай-ашай торған аҙыҡ-түлектең иң яҡшылары асыҡланыр ҙа, һәр туҡталыш һайын шуны әҙерләп һата башларҙар.

Урам ризыҡтары фестивале үтәсәкУрам ризыҡтары фестивале үтәсәк
Урам ризыҡтары фестивале үтәсәк

10 һәм 11 декабрҙә Өфөнөң “Арт-квадрат” бинаһында урам ризыҡтары фестивале була. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән оҫталар тәмле итеп аш-һыу әҙерләйәсәк.

Шул уҡ сарала Урал төбәгенең иң яҡшы урам ризығы конкурсы – «Russian Street Food Awards. Большой Урал» үтә. Унда Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре, Пермь крайы ҡатнашыусыларының һынашыуы көтөлә. Баһалама ағзалары еңеүсене һайлап, 2022 йылда Калининградта үтәсәк Европа конкурсына ебәрәсәк.

 

Фото: vk.com

Урам ризыҡтары фестивале үтәсәк
Урам ризыҡтары фестивале үтәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас