

Алға ынтылырға, артабан үҫергә беҙҙе нимә этәрә, эстәге ялҡынды кем дөрләтә? Бәлки, мәктәптер, ғаилә, әллә яратҡан шөғөлмө? Минең өсөн яратҡан шөғөлөм, өҫтәл теннисы, алға этәргес булып тора.
Ә һеҙ аптырап һорарһығыҙ, ҡыҙ кешегә теннис нимәгә кәрәк? Ҡыҙҙар тенниста нимә аңлай?
Өҫтәл теннисы – ул кешенең йәшенә лә, буйына ла, ауырлығына ла, хатта енесенә лә ҡарамай. Был спорт төрөндә тик реакция һәм тиҙлек, сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ ҡына кәрәк. Әгәр ҙә һинең нимәлер килеп сыҡмай икән, был ҡурҡыныс түгел. Сөнки теләгеңә ирешеү өсөн бер ҡасан да һуң түгел. «Мин барыһын да булдырам!», «Барыһы ла килеп сығасаҡ!» тигән девиз менән йәшәргә, алға ынтылырға кәрәк.
Беҙҙең мәктәптә «Өҫтәл теннисы» секцияһы эшләй. Мин өс йыл дауамында был түңәрәккә ҙур теләк менән йөрөйөм. «Өҫтәл теннисы» түңәрәгенең етәксеһе – Максим Юрий улы Матвеев, беҙҙе теннис уйынының серҙәренә төшөндөрә.
Теннис секцияһына йөрөй башлағас, беҙҙә йылына бер тапҡыр ата–әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында турнир ойоштороу теләге тыуҙы. Был бик шәп булыр ине! Ләкин бының өсөн йыһаздар талап ителә. Ә йыһаздар алыр өсөн – аҡса кәрәк. Аҡса ла бар. Уны алыр өсөн бары тик бюджет проекттар конкурсында ҡатнашып, еңергә генә кәрәк! Был конкурс мәктәп проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса бик шәп этәргес. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡатнашайыҡ һәм еңәйек!
Светлана Милютина, Стәрлетамаҡ 17-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.