

Ленин майҙанына ҡуйылған шыршы Благовещен районынан килтерелгән. Уның оҙонлоғо 35 метр (былтыр 30 метрлыҡ ине). Ә йәше – 85 йыл.
Яҡын арала шыршыны матур итеп биҙәйәсәктәр. Һәр йылдағыса, ҡаланың был майҙаны ла, башҡа боҙ ҡаласыҡтары кеүек үк, халыҡтың яратҡан урынына әүереләсәк. Шулай булмай ни, Рәсәйҙәге иң бейек байрам шыршыһы ошонда бит!
Әйткәндәй, быйыл баш ҡалала 321 байрам майҙансығы эшләйәсәк. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда – 85, 2020 йылда 247 боҙ ҡаласығы булды.
Фото: vk.com ("Город Уфа" төркөмөнән).