

Өфөләге Архитектор Кәлимуллин урамындағы бейек йорттан бер ҡатын ҡолағанын видеотеркәү камераһы ла яҙҙырған. Хатта шул мәлдә (ергә килеп төшкәндә) янынан ғына бер ҡатын-ҡыҙ ҙа үтеп китеүе күренә. Берҙе генә ҡараны ла, һис ни булмағандай, юлын дауам итте. Был интернетта бәхәс тә ҡуптарҙы: ниңә ул туҡтап ҡарамай ҙа үтеп киткән? Уныһы башҡа мәсьәлә.
Ә 31 йәшлек ҡатын ниңә осоп төшкән һуң? Был, ысынлап та, суицидмы? Ҡайһы бер сығанаҡта, йәш ҡатын, йәнәһе лә, яратҡан кешеһе менән айырылышҡан, шуға үлгән, тип яҙылған.
Уның туғандары (“Башинформ”агентлығы бәйләнешкә сыҡҡан) быға ышанмай. Мәрхүмәнең тормошто яратыуы, бер ниндәй ҙә проблемалары булмауы тураһында һөйләгәндәр.
Әле фажиғә сәбәптәрен Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы белгестәре тикшерә.
Фото: "Башинформ".