+2 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:04

Юл фажиғәләре - 24 ноябрь

Кисә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, алты кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 24 ноябрь

Кисен Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында 35 йәшлек ир "Suzuki Liana" машинаһында "ВАЗ-2110" автомобиле янында торған 31 йәшлек ирҙе төрттөргән. "Suzuki" артынан килгән "Nissan Almera" "ВАЗ"ға барып бәрелгән. Йәйәүле дауаханаға оҙатылған. 

Хөрмәтле водителдәр, көслө ҡар яуыу сәбәпле, юлға сығыуҙы кисектереп торһағыҙ яҡшыраҡ булыр ине. Һәр хәлдә юлда бик иғтибарлы булығыҙ, ҡыумағыҙ, дистанция һаҡлағыҙ. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ.

Автоинспекторҙар ауыр хәлдә ҡалған водителдәргә ярҙамға килергә әҙер. Тел.: 8 (347) 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова