+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь , 15:47

Янғында кеше һәләк булған

23 ноябрҙә Учалы районының Илтабан ауылында йорт янып китә. Утты һүндергәс, ҡотҡарыусылар өйҙә 1951 йылғы ирҙең мәйетен таба. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Янғында кеше һәләк булған

Ҡышҡыһын ут менән һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Электр, газ ҡорамалдары, мейесегеҙ төҙөк булһын, балаларҙы күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙ.

Хәүеф тыуғанда 112 номеры буйынса шылтыратып, ярҙам һорағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова